+3 °С
Болотло
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ошондай субсидия алырға теләк белдергән шифахана-курорт учреждениеларын конкурс буйынса һайлап алыу һөҙөмтәләрен иғлан итте. Тейешле документ ведомство сайтында баҫылған.
Документҡа ярашлы, конкурсҡа 12 шифахана ғариза биргән, уларҙың барыһы ла хупланған. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы дауалауға бюджеттан бүленгән субсидиялар алыусылар иҫәбендә «Асы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Яҡтыкүл», «Янғантау», «Ҡарағай», «Красноусол», «Танып», «Йоматау», «Йәйғор» шифаханалары, «Ҡайынҡай» ял йорто һәм «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге.