Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
9 Февраль 2023, 14:55

Стәрлетамаҡта "Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте" схемаһы буйынса эшләгән 18 йәшлек мутлашыусылар ҡулға алынды.

Улар оло йәштәге кешеләргә шылтыратып, уларҙың туғандары юл-транспорт  һәләкәтендә ғәйепле, ниндәйҙер сумма аҡса түләнһә, ярҙам итә аласаҡтары тураһында белдергәндәр.

Стәрлетамаҡта "Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте" схемаһы буйынса эшләгән 18 йәшлек мутлашыусылар ҡулға алынды.
Стәрлетамаҡта "Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте" схемаһы буйынса эшләгән 18 йәшлек мутлашыусылар ҡулға алынды.

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шул юл менән мутлашыусылар пенсионерҙарҙы ике миллион һумға алдаған.

 Оператив-эҙләү саралары барышында полицейскийҙар  ике ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Улар - Ғафури һәм Әлшәй райондарынан 18 йәшлек егеттәр булған.


 

Фото:sportishka.com

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: