+3 °С
Болотло
Стәрлетамаҡта 49 йәшлек ҡатын интернетта баҡса участкаһын һатыу тураһында иғлан бирә. Күп тә үтмәй, һатып алыусыһы ла табыла.
Мут ҡатын баҡса һатыусыны аҡса күсереү ниәте менән банкомат янына саҡыра. Уның ҡушыуы буйынса, баҡса һатыусы банкоматта бер нисә операция башҡара. Шунан һуң уның картаһынан 14 мең һум аҡсаның юҡҡа сыҡҡанын аңлай. Хоҡуҡ һаҡсылары алдаҡсының эҙенә төшкән, ул Өфөлә йәшәүсе 32 йәшлек ҡатын икәнлеге асыҡланған.