Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
13 Февраль 2023, 13:43

Башҡортостанда табиптар генетик сирле баланың ғүмерен ҡотҡарған.

Республика кардиология үҙәгенә 11 айлыҡ баланы килтерәләр. Әсә улының тиҙ арыуына, тыны ҡыҫылыуына зарлана.

Башҡортостанда табиптар генетик сирле баланың ғүмерен ҡотҡарған.
Башҡортостанда табиптар генетик сирле баланың ғүмерен ҡотҡарған.

Тикшереү барышында уның йөрәге менән проблемалар асыҡлана. Йөрәгенең ике ҡапҡаслы клапаны тейешенсә эшләмәүе һәм аортаһының ҙурайыуы күҙәтелә. Табиптар Марфан синдромы диагнозын ҡуя. Был - һирәк генетик сир, ул йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына, таяныу-хәрәкәт аппаратына һәм күҙҙәргә зыян килтерә.
   Кардиоүҙәк белгестәре бүлексә мөдире Дмитрий Онегов етәкселегендә малайға операция яһай. Ике ҡапҡаслы клапанға протез ҡуялар. Операциянан һуң баланың хәле яҡшыра. Антикоагулянт терапия эшләгәндән һуң сабыйҙы өйөнә ҡайтаралар.
  Күптән түгел малай вируслы инфекция йоҡторған, уның һаулығы йәнә ҡаҡшаған. Малайҙың ашҡаҙанынан ҡан киткән. Бала менән әсәне менән кардиоүҙәккә йүнәлткәндәр. Әлеге ваҡытта уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.

Сығанаҡ: Башҡортостаным. Яңылыҡтар.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: