Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
13 Февраль 2023, 13:47

Башҡортостандың батыр улы Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә музей асылған.

Тәтешле районы Яңы Ҡайпан ауылы урта мәктәбендә ҡыйыу йөрәкле егет Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә музей асылған. Башланғыс кластарҙа ул ошо мәктәптә уҡыған.

Башҡортостандың батыр улы Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә музей асылған.
Башҡортостандың батыр улы Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә музей асылған.

Айырым кабинетта уның класташтары һәм уҡытыусылары, ғаиләһе, хәрби операцияла төшкән фотоларынан стендтар эленгән. Шулай уҡ бында Фәнис ултырып уҡыған парта, уның хәрби кейемдәре һәм башҡа иҫтәлекле әйберҙәре бар.

Халыҡ был яңылыҡты хуплап ҡабул иткән. Социаль селтәрҙә геройҙың иҫтәлегенә арналған төркөм бар. Әлеге ваҡытта уға 8 меңдән ашыу кеше яҙылған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: