Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
14 Февраль 2023, 13:04

Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтәсәк.

Дәүләт Йыйылышы Президиумының күсмә ултырышы төштән һуң, ҡала хакимиәтендә үтәсәк.  Уны Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев алып барасаҡ.

Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтәсәк.
Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтәсәк.

Ә быға тиклем депутаттар бер-нисә төркөмгә бүленеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының объекттарын ҡарап сығырға юлландылар. Мәҫәлән, депутаттарҙың бер төркөмө - бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе Собханҡолова Рида Таһир ҡыҙы, бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе урынбаҫары Рябов Вячеслав Владимирович, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Йыһаншина Гөлшат Рөстәм ҡыҙы Салауат кинотеатры алдындағы йәйәүлеләр зонаһын, Стәрлетамаҡ рус драма театрын, К. Маркс урамындағы элекке мәҙәниәт колледжы бинаһын һәм 1-се балалар художество мәктәбен ҡарап сыҡтылар.
Әйткәндәй, күсмә ултырыш программаһына 30-лап объект индерелгән, шул иҫәптән сәнәғәт предприятиелары һәм социаль өлкә учреждениелары.

- Стәрлетамаҡ ҡалаһы бик матур. Иҫ китмәле, күҙҙең яуын алырлыҡ урамдар, тарихи объекттар- тип үҙенең ттәъҫораттары менән бүлеште Рида Таһир ҡыҙы.

Хәҙер бына сәғәт көндөҙгө 3-ҙә Президиум ағзалары объекттарҙағы эш йомғаҡтары буйынса һығымталар яһаясаҡ һәм Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышының көн тәртибен формалаштырасаҡ, уны үткәреү датаһын билдәләйәсәктәр.

Был турала артабанғы яҙмаларҙа уҡырһығыҙ.

Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтәсәк.
Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтәсәк.
Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтәсәк.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: