+3 °С
Болотло
Даими осоштар 189 пассажирға иҫәпләнгән уңайлы Boieng 737-800 самолеттарында башҡарыла, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
«Авиакомпания Башҡортостандың баш ҡалаһынан маршруттар селтәрен әүҙем үҫтерә. Беҙ Өфөнән Санкт-Петербургҡа, Сочиға, Түбәнге Новгородҡа, Махачкалаға тура рейстар башҡарабыҙ, бөгөн беҙҙең осоштар картаһы Дүшәнбегә регуляр рейс менән тулыланды», — тип белдерҙе Nordwind Airlines авиакомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Антон Маттис.
Башинформ.