Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
28 Февраль 2023, 14:50

Йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырылды.

Бөгөн ҡала хакимиәтендә Стәрлетамаҡтың 10 ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырылды.
Йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырылды.

 Был “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

    Шатлыҡлы ваҡиға менән ғаиләләрҙе ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡотланы.
- Мин барыһын да сертификат алыу менән ихлас ҡотлайым. Ул торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам булыр йәки торлаҡ кредитын тулыһынса ҡапларға мөмкинлек бирер тип ышанам, - тине Рөстәм Фәрит улы.

   Сертификат буйынса ҡаралған социаль түләүҙе торлаҡ һатып алыуға, торлаҡ йорт төҙөүгә, торлаҡ кредиты алғанда тәүге иғәнәне түләү өсөн, торлаҡ кредиты буйынса бурыстың төп суммаһын түләү һәм йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр биреү ҡағиҙәләренә ярашлы ҡулланырға мөмкин.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлек етәксеһе Илгиз Хәйбуллин сертификатты тормошҡа ашырғанға тиклем торлаҡты иҫәпкә алыу һәм рәсмиләштереү бүлеге белгестәре ғаиләләргә консультация һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк, тип билдәләне.

Ғаиләләрҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Фотолар ҡала хакимиәтенең сайтынан алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: