Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
9 Март 2023, 12:48

Стәрлетамаҡ пенсионерҙары бушлай сәйәхәткә сыға ала.

Республикала "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек.Туризм "проекты ғәмәлгә ашырылыуын дауам итә.

Стәрлетамаҡ пенсионерҙары бушлай сәйәхәткә сыға ала.
Стәрлетамаҡ пенсионерҙары бушлай сәйәхәткә сыға ала.

Уға ярашлы йылына бер тапҡыр Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә, яңы ерҙәрҙе күрергә теләгәндәргә экскурсиялар ойошторола.
Мартта Стәрлетамаҡ пенсионерҙары өсөн Башҡортостан буйлап туристик сәфәрҙәр ойоштора:
- 22 март - Өфө ҡалаһы;
- 28 март - Өфө ҡалаһы;
- 30 март - Красноусол ҡасабаһына.
Сәйәхәт итергә теләүселәр https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында теркәлеп, үҙегеҙ теләгән тур йә маршрутҡа яҙылырға мөмкин.
Был проектта ҡатнашыу бушлай, туҡланыу өсөн генә түләргә кәрәк.
Теркәлеү һәм килеп тыуған һорауҙар буйынса түбәндәге телефон һандарына шылтыратып кәңәштәр алырға була: 25-00-85.

Физик культура һәм спорт комитеты мәғлүмәте буйынса.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: