Улай ғына ла түгел, ул 2021 йылдың февраленән алып июнгә тиклем балиғ булмаған танышын йәлеп итеп, уны наркотик ҡулланырға өйрәткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре быны һиҙеп ҡалып, енәйәтсенең эҙенә төшөп, наркотиктарҙы тартып алғандар. Енәйәтсе ғәйебен танымаһа ла, был ирҙе 12 йылға ҡәтғи режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәргәндәр. Телефондарын да дәүләт файҙаһына ҡалдырғандар. Ирҙе суд залында уҡ ҡулға алғандар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.