Төҙөлөштөң проекты әҙер, экспертиза ла уңышлы тамамланған. Хәҙер объекты сафҡа индереү өсөн финанслау мәсьәләһе хәл ителә.
- Дөйөм алғанда, Р-240 трассаһын дауам итергә тейешбеҙ. Проект әҙер, экспертиза үтелгән. Хәҙер бар документтар әҙер булғас беҙгә аҡса килеп сығыу менән эшкә тотонорға кәрәк, - тип хәбәр итте аҙна башында үткән оператив кәңәшмә барышында Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Юлдарҙағы хәүефһеҙлеккә уның киңлеге лә ҙур роль уйнай. Сөнки мәҫәлән, дүрт һыҙатлы юлда яй барған автомобилдәрҙе уҙып китер өсөн ҡаршы һыҙатҡа сығырға талап ителмәйәсәк. Тығындар ҙа булмаясаҡ.