Шуныһы ла мәғлүм булһын, 14 июлдә үк башланған был сарала илдең 65 төбәгенән 300-гә яҡын компания ҡатнаша. Ә 16 июлдә баш ҡала халҡын һәм фестиваль ҡунаҡтарын Башҡортостан Республикаһы вәкилдәренең бай мәҙәни программаһы көтә. Үҙҙәренең ижадтары аша артистар 400 йылдан ашыу Рәсәй составына ингән республика, ундағы төрлө милләт вәкилдәренең тыныслыкта, дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәрен данлаясаҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА.