Стәрлетамаҡта иһә үткән аҙна эсендә 14 дистанцион мутлашыу осрағы теркәлгән. Дөйөм алғанда, 2023 йылда интернет аша мутлашыуҙың 838 осрағы билдәле, шулай уҡ 176 банк карталарынан урлау осрағы мәғлүм, ҡала халҡына барлығы 213 миллион зыян килтерелгән. Күпселек осраҡта аферистар кешеләрҙең бер ҡатлы булыуҙарынан, ышанып барыуҙарынан, иғтибарһыҙлығынан файҙалана.
Мутлашыусылар тоҙағына Белорет районынан 50 йәшлек ир эләккән. Ул интернеттан үҙенә кәрәккән автомобиль двигателен эҙләп таба, хаҡы оҡшағас, һатыусыға 51 мең һум аҡсаһын күсереп иҫәпләшә, тик тауарын көтөп ала алмаған.
Салауат ҡалаһында йәшәүсе егет тә мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Уға “хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре” шылтыратып, уның исеменә кредит алып сит ил гражданы исеменә күсерергә итәләр тип “иҫкәртәләр”. Егет ҡурҡышынан үҙенең 250 мең һумын, бынан тыш, төрлө банктарҙан кредит алып, аферистарға банкомат аша 3,5 миллион һум аҡса күсерә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы тағы ла бер ҡат иҫегеҙгә төшөрә: белмәгән кешегә аҡса күсермәгеҙ, кредит алмағыҙ…Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм картағыҙҙың реквизиттарын бер кемгә лә бирмәгеҙ!!! Бер һүҙ менән әйткәндә, асыҡ ауыҙ булмағыҙ!
Р.ҒӘЛИМОВА.