Һалымдар буйынса бурысын түләмәүселәрҙе асыҡлау өсөн юлдарға һалым хеҙмәте һәм суд приставтары сыҡты. Рейдтар тотош республика буйынса бара.
2023 йылдың 1 июленә ҡарата һалым буйынса бурыс күләме 1,8 млрд һум тәшкил итә. 6 ай эсендә һалым буйынса бурыс 800 млн һумдан ашыуға кәмегән.
Бурыстарҙың төп өлөшөн транспорт буйынса һалым тәшкил итә, дөйөм сумма 1 млрд һум.
Заманса технологиялар бурыслыларҙың транспортын тиҙ асыҡларға ярҙам итә, һалым хеҙмәткәрҙәре был мәғлүмәт менән файҙаланып бурыслыларҙы асыҡлай һәм мәжбүри рәүештә түләтеү сараларын башҡара.
Рейдттарҙың береһендә дүрт бурыслының Nissan X-trail, Renault Duster, Mitsubishi Lancer, Lada Granta маркалы машиналарын тартып алғандар, улар дөйөм алғанда һалым буйынса 1,5 млн һум бурыслы булып сыҡҡан. Әгәр ҙә автомобил хужалары һалымды түләй алмаһа, автомобилдәр торгтар аша һатыласаҡ, алынған килем бурысты ҡаплау өсөн тотонола.
Һалым хеҙмәте бурыслыларҙы ваҡытында түләүҙәрҙе башҡарып ҡуйырға саҡыра. Сөнки йыйылып килгән бурыс өсөн көн һайын пеня өҫтәлә, айырым осраҡтарҙа дәүләт иғәнәһе һәм башҡарыу ҡағыҙы өсөн түләргә тура киләсәк.
Һалымдар буйынса бурысты Рәсәф Федераль һалым хеҙмәте сайтында “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты”, “Һалымдар һәм пошлиналар түләү" онлайн-сервисы ярҙамында, «Налоги ФЛ» мобиль ҡушымтаһы һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тикшереп, түләп ҡуйырға мөмкин.