Ә бына бәрәңгенең хаҡы 22,7 процентҡа кәмене. Был уның килограммы 6,55 һумға төшкән тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә картуфтың килограммы өсөн 22,29 һум түләйбеҙ.
Хаҡтар башҡа продукттарға ла бер аҙ кәмей төштө. Мәҫәлән, һуған - 12,5 процентҡа, он - 12 процентҡа, тукмас - 6,4 процентка, һөт 5,6 процентҡа тиклем кәмегән. Шуныһын да билдәләп үтәйек: бындай үҙгәрештәр төбәк властарының хаҡтарға мониторингты көсәйтеүенән килә. Элегерәк Башстат эксперттары республикалағы дарыу препараттары хаҡына анализ үткәреп, 23 октябрҙән 30 октябргә тиклемге хаҡтар үҙгәрешен күҙәткән. Нигеҙҙә, «Валидол»дың хаҡы 1,2 процентҡа артып, уның 10 таблетканан торған ҡабы 41,51 һум тәшкил итә. Шулай уҡ башҡа препараттарҙың хаҡы артыуы ла күңелле хәл түгел.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: асыҡ сығанаҡтан алынды.