Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республика халҡы тәүлек эсендә мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

 Бер көн эсендә республика Эске эштәр министрлығында 29 мутлашыу осрағы теркәлгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының полиция бүлегенә 21 йәшлек ҡатын мутлашыусылар тарафынан 1 миллион 328 мең һум аҡса урланыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Енәйәтселәр ҡорбанға крипто-валютаға инвестициялау ярҙамында аҡса эшләү тәҡдиме менән кеҫә телефонына шылтырата. Зыян күреүсе банктан 508 мең һумлыҡ кредит алған. Етмәһә  820 мең һум шәхси аҡсаһын өҫтәй һәм енәйәтселәр тәҡдиме буйынса иҫәпкә күсерә. Был факт буйынса РФ Енәйәт Кодексының  159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 7-се полиция бүлегенә пенсионер ҡатын ошондай уҡ ғариза менән мөрәжәғәт иткән. 1 июндән 30 июнгә тиклемге осорҙа мутлашыусылар ҡатын-ҡыҙ менән билдәһеҙ абонент номерҙары аша инвестиция тураһында тәҡдим менән бәйләнешкә инә. Ышаныслы пенсионер ҡатын интернетта аҡса эшләй алырына өмөтләнә. Әммә уға бәхет йылмаймай  – ул мутлашыусылар ҡорбанына әйләнә һәм төрлө банк иҫәбенә 1 миллион 800 мең аҡсаһын күсерә.

«Уяу булығыҙ!» тип иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан мутлашыусылар ҡармағына эләгеүселәр табылып тора.

Автор:Римма Галимова
Читайте нас: