Легаль булмағандар араһында милек залогына аҡса биргән комиссия магазиндары, шулай уҡ микрофинанс ойошмалары булып эшләгән компаниялар ҙа була. Ҡара кредиторҙарҙың хеҙмәттәренән файҙаланыу хәүефле, сөнки клиенттар үҙ ҡиммәттәренән мәхрүм ҡалырға мөмкин.
Рәсәй Банкының Урал дәүләт учреждениеһының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов аңлатыуынса, мәҫәлән, шул уҡ «комиссионкалар» кире һатып алыу хоҡуғы менән мөлкәт һатып ала алмай. "Бынан тыш, легаль булмаған МФО-нан кредит алған кешеләр процент ставкаларының артыуы арҡаһында бурыс кабалаһына эләгеү ҡурҡынысы алдында тора. Реаль МФО эшмәкәрлеген федераль закон көйләй, уға ярашлы проценттарҙы сикһеҙ иҫәпләргә ярамай, сөнки бурыс заем күләменән 1,3 тапҡырға артығыраҡ була алмай», — тип аңлатты спикер. Шуға күрә белгес граждандарға финанс хеҙмәтен рәсмиләштерер алдынан ойошманың законлылығын тикшерергә кәңәш итә. Рәсәй Банкы сайтында ломбардтар, МФО һәм башҡа компаниялар реестрын табырға мөмкин. Унда шулай уҡ финанс баҙарында легаль булмаған эшмәкәрлек билдәләре булған ойошмалар исемлеге менән танышырға мөмкин. Ағымдағы йылдың алты айында Рәсәй Банкы ошондай 3,5 меңгә яҡын компанияны асыҡлаған — уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға тиерлек күберәк. Шулар арҡаһында әллә күпме Башҡортостан халҡы осһоҙ-ҡырыйһыҙ кредитҡа батты, алданды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Татьяна КРУГЛОВА фотоһы.