40 көн эсендә ул бер үҙе 1900 км самаһы юл үтә: 1 июлдә юлға сыға һәм 8 августа барып етә. Ҡыҙ үҙенең сәйәхәте тураһында социаль селтәрҙә бына нәмә тип яҙа:"Байконур ҡалаһы күҙ йөгөртөп сыҡҡан арала ла мине хайран ҡалдырҙы. Был-киңлек! Көс һиҙелә", - тиелә уның битендә. Ошо ваҡыт эсендә Ксения велосипедта Рәсәй һәм Ҡаҙағстанда йыһан үҫеше менән бәйле урындар буйлап йөрөй.Бер уйлаһаң, батырлыҡ бит был!
Римма ҒӘЛИМОВА.