Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Апрель 2025, 13:00

Ике проекттың береһе – беҙҙеке!

Башҡортостандан ике проект – “Хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй премияһының тәүге 100 топ исемлегенә инде.

Ике проекттың береһе – беҙҙеке!
Ике проекттың береһе – беҙҙеке!

Был “Геройҙар ғаиләләре хаҡында хәстәрлек – дөйөм Еңеүгә өлөш” категорияһындағы “Махсус хәрби операция һәм Иглин” проекты – Иглин районы башлығы Гүзәл Нәсированың һәм “Йәштәр Советы – буласаҡ парламентарийҙар өсөн уҡыу майҙансығы” проекты – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы секретары Марина Матюхинаның “Остазлыҡ институты – киләсәк ил өсөн” категорияһындағы проекты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Уның маҡсаты – илдең муниципаль берләшмәһен берләштереү һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәреү.

Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы секретары Марина Николаевна Матюхинаға мөрәжәғәт иттек.

– Әлеге премия, минеңсә, муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн иң мөһим наградаларҙың береһе. Беренсенән, тап ошо награда беҙҙең Президент Владимир Владимирович Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Икенсенән, беҙҙең хеҙмәт, ҡайһы берҙә тырыш һәм күҙгә күренмәҫ, башҡа наградалар кеүек үк, сағыу һәм юғары. “Хеҙмәт итеү” исеме үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Быйыл үҙ көсөмдө һынап ҡарарға һәм федераль майҙансыҡта тәжрибә уртаҡлашырға ҡарар иттем. Ғаризалар һанының бер юлы 41313 булыуы ҡурҡытты, әлбиттә. Әммә беҙ, Башҡортостан халҡы бирешергә күнекмәгәнбеҙ. Республиканан ике проекттың “халыҡ тауыш биреү” этабында финалға үтеүе ҙур шатлыҡ!

Беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында Йәштәр Советын муниципаль власть органдарында, шул иҫәптән һайлап ҡуйылған органдарҙа йәштәрҙең артабанғы эше өсөн майҙансыҡ итеп ҡарайбыҙ. Балалар беренсе көндән үк ҡала округы Советы депутаттары эшенә йәлеп ителә, улар менән бер рәттән барлыҡ йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. Депутаттың ыңғай образын һәм йәмәғәт башланғысында әүҙем эшләргә теләгебеҙҙе формалаштырырға тырышабыҙ. Оҙаҡ ваҡыт дауамында беҙгә бөтә башланғыстарыбыҙҙа ла Башҡортостан Республикаһының Йәштәр палатаһы ярҙам итә. Тәүге һөҙөмтәләребеҙ бар. Йәштәр Советынан сыҡҡан балалар республикала ғына түгел, муниципаль һәм төбәк власть органдарында ла эшләй. Предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа етәксе вазифалар биләй.

“Хеҙмәт итеү” премияһында яратҡан төбәк исеменән сығыш яһауыңды тойоу бик тулҡынландырғыс һәм яуаплы. Беҙ һынатмаҫбыҙ, һәм республика проекттарыбыҙ өсөн тауыш биреп, беҙҙе хуплар, тип ышанам, – тип һүҙен тамамланы Марина Николаевна Матюхина.

Әйткәндәй, ул Совет секретары вазифаһында 2011 йылдан эшләй. 2024 йылда Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара ассоциацияһының Маҡтау грамотаһы, 2024 йылда Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы, 2019 йылда Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация советының Маҡтау грамотаһы, 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Үҙәк Һайлау комиссияһының Почет билдәһе менән бүләкләнгән.

Римма ҒӘЛИМОВА яҙып алды.

Фотолар Йәштәр советының социаль селтәрҙәренән.

ИҪКӘРМӘ: 2025 йылдың 13 апреленә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында беҙҙең проекттар өсөн тауыш бирегеҙ!

 

Ике проекттың береһе – беҙҙеке!
Ике проекттың береһе – беҙҙеке!
Ике проекттың береһе – беҙҙеке!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас