Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
22 Апрель 2025, 09:55

«Өфө йүкәләре» скверы яҙыусыларға арнала

«Өфө йүкәләре» скверын төҙөкләндереү концепцияһы нигеҙенә «Яҙыусы юлы» темаһы һалынасаҡ, тип хәбәр итте хөкүмәттең Оператив кәңәшмәһендә Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев. Уның һүҙҙәренсә, ял итеү зонаһы 840 квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Эштәрҙең хаҡы яҡынса 26 миллион һум тәшкил итәсәк.

«Өфө йүкәләре» скверы яҙыусыларға арнала
«Өфө йүкәләре» скверы яҙыусыларға арнала

Подрядсыны билдәләү өсөн документтар әҙер, тип билдәләне ул. «Башинформ» алдан яҙғанса, Коммунистик урамында «Поликарпов йорто»мәҙәниәт ҡомартҡыһы капиталь ремонтланды. Был бинала БР Яҙыусылар Союзы урынлашҡан. Радий Хәбиров бина эргәһендә сквер төҙөргә ҡушты. Яңы йәмәғәт киңлеге композитор Рим Хәсәновтың башҡорт баш ҡалаһының йәшерен гимнына әүерелгән шул уҡ исемле йыры хөрмәтенә «Өфө йүкәләре» тип атала. Йырға шиғырҙарҙы совет йылдарында Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе булып эшләгән халыҡ шағиры Назар Нәжми яҙа. Проект буйынса, ял итеү урыны кирбес ҡойма менән уратып алынасаҡ, инеү төркөмө төҙөкләндереләсәк. Скверҙа тышҡы яҡтыртыу, арка, эскәмйәләр, фотоға төшөрөү өсөн сәхнә һәм локация барлыҡҡа киләсәк. Йәшелләндереү өсөн сортлы йүкәләр, ҡыуаҡтар һәм сәскәләр ултыртыласаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА. 

Фото : интернеттан алынды.

«Өфө йүкәләре» скверы яҙыусыларға арнала
«Өфө йүкәләре» скверы яҙыусыларға арнала
Автор: Римма Галимова
Читайте нас