Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
11 Сентябрь 2025, 17:00

Башҡортостанда 11 аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кәмене

 Росстат Башҡортостанда иң арзан аҙыҡ-түлекте атаны  2025 йыл башынан Башҡортостанда төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың кәмеүен Росстат аналитиктары теркәгән.

Башҡортостанда 11 аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кәмене
Башҡортостанда 11 аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кәмене

Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 9 ғинуарҙан 1 сентябргә тиклем тауыҡ йомортҡаһы, аҡ күсәнле кәбеҫтә һәм картуф арзанайған. Рейтингта тауыҡ йомортҡаһы лидер булып тора, уның хаҡы 46,3 процентҡа төшә. Хәҙер республика буйынса уртаса тиҫтәне 53,81 һумға һатып алырға мөмкин. Икенсе урында аҡ күсәнле кәбеҫтә тора, ул йыл башынан 35,8 процентҡа арзанайған (килограмы 26,43 һумға тиклем). Тәүге өсәү иҫәбендә-картуф, уның хаҡы 24,5 процентҡа төшкән (килограмы 35,49 һумға тиклем). Республика магазиндарында арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ: башлы һуған-39,13 һум (-13,3%); ҡарабойҙай-45,77 һум (-13,2%); шымартылған дөгө-96,88 һум (-12,4%); тары ярмаһы-45,94 һум (-5,6%); аҡ май-1026,23 һум (-2,7%); тауыҡ ите (тауыҡ ҡабығынан башҡа) – 195,9 һум (-1,9%) тоҙ-13,59 һум (-1,8%); көнбағыш майы - 134,96 һум (-0,7%).

Р.БАЙРАМОВА.

Башҡортостанда 11 аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кәмене
Башҡортостанда 11 аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кәмене
Автор: Римма Галимова
Читайте нас