Йәшелсәләрҙән тыш, ҡулланыусылар кәрзинендә башҡа позициялар ҙа арзанайған. Улар араһында-алма (12,26% кәмегән, 123,85 һумға тиклем), ҡыяр (хаҡы 5,23% төшкән, 93,50 һумға тиклем), йөҙөм (4,77% кәмегән, 185,07 һумға тиклем) һәм лимон (4,09% кәмегән, 201,15 һумға тиклем).
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2025 йылда Башҡортостан аграр предприятиеларға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттар өсөн 965,2 миллион һум күләмендә финанслау алған. Был күләм 2024 йылда төбәккә бүленгән сумманан ике тапҡырға тиерлек күберәк, ул саҡта 516 миллион һум аҡса бирелгән. Ағымдағы йылда республика фермерҙары кәметелгән ставка буйынса 397 ҡыҫҡа ваҡытлы займ рәсмиләштергән, уларҙың дөйөм суммаһы 16,36 миллиард һум тәшкил иткән.
.Римма ҒӘЛИМОВА