Башҡортостанда «Турист картаһы» системаһын индерә башланылар. Төбәктең туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, инициатива туристик тармаҡҡа ярҙам итеүгә һәм ҡунаҡтар һәм төбәк халҡы өсөн өҫтәмә өҫтөнлөктәр булдырыуға йүнәлтелгән.
- Проект туристик хеҙмәттәр өсөн түләгәндә һәм сувенирҙар һатып алғанда кешбэк алырға мөмкинлек биргән уңайлы инструмент булып тора. Был Башҡортостан буйлап сәйәхәттәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ ҡына түгел, файҙалы ла итеү өсөн бик яҡшы ысул, – тип аңлатма бирҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Программаны Башҡортостанда йәшәүселәр һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡарай ала. Проектта ҡатнашыу өсөн «Мир» түләү картаһы булырға һәм «Терра Башкирия»сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң ҡулланыусылар туристик хеҙмәттәр өсөн түләгәндә кешбэк ала, туризм өлкәһендә махсус акциялар менән файҙалана, Сувенирҙар һәм Башҡортостандың туристик тармағы менән бәйле башҡа тауарҙар һатып алғанда экономия яһай ала. Бынан алда Өфө туризм өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Рәсәйҙә 4-се урынды биләне. Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән өсөн аҡса алғас туристарға ҡытлыҡ булмаҫ ул.
Римма Ғәлимова.
Фото: Башинформ сайтынан алынды.