Стәрлетамаҡ ҡала Мәҙәниәт һарайының «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы «Театрлы Волга буйы» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән 2019 йылда ойошторолған округ йәмәғәт проекты йыл һайын Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 субъектының театр берләшмәләрен берләштерә.
Башҡортостан Республикаһы проектта йыл һайын әүҙем ҡатнаша, быйылғы миҙгелдә 120-нән ашыу ғариза тапшырылған.
Фестивалдең төбәк этабында «Йәштәр спектаклдәре» категорияһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залының "Лики" театр коллективы еңеүсе булды.
Режиссер Анжелика Рамазанова Михаил Рощиндың «Эшелон» пьесаһын тәҡдим итте, ул конкурс жюрийын үҙенең художество кимәле һәм тематиканы асыу тәрәнлеге менән хайран ҡалдырҙы.
Стәрлетамаҡ ҡала Мәҙәниәт һарайының «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы «Балалар спектаклдәре» категорияһында иң яҡшыһы булды. Владимир Железников әҫәре буйынса ҡуйылған «Чучело» спектаклендәге (режиссерҙар - педагогтар Илдар Сәхәпов һәм Гүзәл Йосопова) йәш башҡарыусыларҙың әртислеге юғары баһаланды.
«Этюд» һәм «Лики» театр коллективтары республика исеменән «Театрлы Волга буйы» фестиваленең округ этабында сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ!