Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
21 Ғинуар , 05:31

СТӘРЛЕТАМАҠТА ҺӨТ ҠЫЙБАТЛАНДЫ

Стәрлетамаҡта бер айҙа һөт бер һумға тиерлек ҡиммәтләнгән һәм хәҙер уның уртаса хаҡы литрына 84,21 һум тәшкил итә.

СТӘРЛЕТАМАҠТА ҺӨТ ҠЫЙБАТЛАНДЫСТӘРЛЕТАМАҠТА ҺӨТ ҠЫЙБАТЛАНДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ҺӨТ ҠЫЙБАТЛАНДЫ

Шуға ҡарамаҫтан, ҡала элеккесә Башҡортостанда һөт һатып алыу өсөн иң уңайлы урындарҙың береһе булып ҡала, Нефтекаманан әҙ генә ҡалыша тиһәң дә була, бында уның бер литры 84,08 һум тора ине әле лә хаҡы үҙгәрмәгән.
Республика буйынса һөттөң бер литры уртаса 90,10 һумға етте. Иң ҡыйбат һөт Өфөлә, бында уның бер литры 93,49 һум тора. Алдан иң түбән хаҡтары менән айырылып торған Сибай хәҙер 85,05 һумға һөт тәҡдим итә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас