Ярыштарҙа Башҡортостандан 64 медицина ойошмаһы командаһынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Һауа шарттарының яҡшы тороуы һәм ярыштың юғары кимәлдә ойошторолоуы ҡатнашыусыларҙы тағы ла нығыраҡ сәмләндереп ебәрҙе. Ир-егеттәр - биш, ҡатын-ҡыҙҙар өс саҡрым арауыҡты саңғыла йүгереп үтеп, лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Иң яҡшы унау иҫәбенә ҡаланың 1-се клиник дауаханаһы командаһы инһә, «Ольховка» шифахана-профилакторийы хеҙмәткәрҙәре шәхси зачетта өс беренсе урын яуланы!
Уларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ, эштәрендә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!
Табиптар профсоюзы фотоһы.