Магазин хеҙмәткәре әйтеүенсә, бинанан биш мең һумға яҡын аҙыҡ-түлек урланған. Урлашыу фактын раҫлау өсөн ул видеокүҙәтеү камераларынан яҙмалар килтергән. Унан күренеүенсә, тәртип боҙоусы автомобилдә енәйәт урынынан ҡасҡан. Алынған мәғлүмәттәрҙән файҙаланып, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең ҡайҙа булыуын асыҡлаған һәм уны ҡулға алған. Рәсәй гвардиясылары менән аралашыу барышында 25 йәшлек ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Шулай уҡ ҡатындың быға тиклем дә енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы асыҡланған.
Әлеге ваҡытта ул артабан тикшереү өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған.
Фото "Стерлитамак Сити" төркөмөнән алынды.