Енәйәт эше ҡарау өсөн Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелгән.
Фото: sterlegrad.ru
Фото: sterlegrad.ru
Тикшереү фаразы буйынса, 2021-2024 йылдарҙа ғәйепләнеүселәр, инвестиция эшмәкәрлегенән килем алыу өсөн сауҙа ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү һылтауы менән 38 зыян күреүсенән 61 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған.
Был аҡсаларҙы ғәйепләнеүселәр үҙ теләге буйынса тотонған. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, фигуранттарҙың береһе Стәрлетамаҡта автомобилдәр, ер участкаһы һәм фатир һатып алған.