Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда үҙ әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнгән 25 йәшлек ир һаҡ аҫтына алынған.
Тәфтишселәр мәғлүмәттәре буйынса, был хәл Күмертауҙа булған: февраль башында 25 йәшлек ир Беренсе Май урамындағы фатирҙа әсәһе менән һүҙгә килешкән булған. Шунан ҡатындың башына һәм муйынына балта менән һуҡҡан, зыян күреүсе урында уҡ йән биргән.
Ләкин ир енәйәт эҙҙәрен йәшереү маҡсатында әсәһенең кәүҙәһен тураҡлап өйөндә пакеттарҙа һаҡлаған.
Ирҙең енәйәткә ҡатнашлығы асыҡланған, хәҙер тәфтишселәр бер нисә суд экспертизаһын тәғәйенләгән.