Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡарамағындағы "Алтынай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәрипова Земфира Миңлеғәли ҡыҙы балалар менән "Бөрйән ҡырағай бал ҡорто" конкурсын һәм ата-әсәләр менән "Ғаилә йолалары һәм уларҙың баланың үҫешенә йоғонтоһо" темаһы буйынса аң-белем таратыу сараһын үткәреп, конкурстың финалсылары иҫәбенә инде.
16 февралдә был конкурстың икенсе этабы ла Өфөлә үтәсәк. Земфира Миңлеғәли ҡыҙын ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!