Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
24 Февраля , 11:19

ХӘҘЕР БОЛЬНИЧНЫЙҘЫ ОНЛАЙН ЯБЫП БУЛА

Хәҙер эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын( "больничный"ҙы) онлайн ябырға мөмкин.

ХӘҘЕР БОЛЬНИЧНЫЙҘЫ ОНЛАЙН ЯБЫП БУЛАХӘҘЕР БОЛЬНИЧНЫЙҘЫ ОНЛАЙН ЯБЫП БУЛА
ХӘҘЕР БОЛЬНИЧНЫЙҘЫ ОНЛАЙН ЯБЫП БУЛА

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙенең чат-бот max.ru/rb_k_vrachu_bot функцияһын киңәйтте. Хәҙер республикала йәшәүселәргә табипҡа онлайн-консультацияға яҙылыу ғына түгел, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә ябыу мөмкинлеге лә барлыҡҡа килде.
Яңы сервис «МАХ» милли мессенджеры базаһында эшләй.

Онлайн-консультацияларға яҙылыу нисек башҡарыла?
- ҡулланыусының кем икәнен белеү (Дәүләт хеҙмәттәре йәки СНИЛС буйынса тыуған көнө менән);
- табипҡа, медицина ойошмаһына ҡабул итеү көнөн/ҡабул итеү ваҡытын һайлау;
- онлайн-консультацияға яҙылыу;
- буласаҡ консультация тураһында смс хәбәр алыу;
- пациентҡа 15 минут алдан онлайн консультация алырға видеошылтыратыуға һылтанма ебәрелә;
- хәбәрҙәр һәм файлдар менән алмашыу мөмкинлеге менән телемедицина консультацияһын уҙғарыу;
- Онлайн консультация һөҙөмтәләре буйынса табиптың ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын ябыу.
https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fmax.ru%2Frb_k_vrachu_bot&utf=1

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас