Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
12 Март , 11:40

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары - Милли технологик олимпиада призерҙары.

ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

3-сө башҡорт лицей-интернатының ун беренсе класс уҡыусылары Данил Зазацкий һәм Богдан Глуховцев «Оло мәғлүмәттәр һәм машиналы уҡытыу» йүнәлеше буйынса Милли технологик олимпиада финалында юғары һөҙөмтәләр күрһәтте һәм ярыш йомғаҡтары буйынса призерҙар булды.
«Оло мәғлүмәттәр һәм машиналы уҡытыу» профиле Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадалары советының олимпиадалар исемлегенә индерелгән, был юғары уҡыу йорттарына ингәндә, профилле предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн 100 балл алыу хоҡуғын һәм призерҙарға, еңеүселәргә льготалар бирә.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас