Ишеттегеҙме әле?
9 Апреля , 05:56

БЫЛ АЙҘА ПЕНСИЯЛАР ИРТӘРӘК КИЛӘСӘК

12 апрель көнө йәкшәмбегә тура килгәнлектән, Социаль фонд аҡсаны ваҡытынан алда – йома, 10 апрелдә күсерәсәк. 

БЫЛ АЙҘА ПЕНСИЯЛАР ИРТӘРӘК КИЛӘСӘКБЫЛ АЙҘА ПЕНСИЯЛАР ИРТӘРӘК КИЛӘСӘК
БЫЛ АЙҘА ПЕНСИЯЛАР ИРТӘРӘК КИЛӘСӘК

Пенсияны почта аша алыусылар өсөн график үҙгәрмәй: 3-нән 25-нә тиклем. Датаны үҙ бүлексәгеҙҙә асыҡларға мөмкин.

Республикала барлығы 1 миллион 122 меңдән ашыу кеше пенсия ала. Аҡса алыу ысулын теләгән ваҡытта үҙгәртергә мөмкин: Рәсәй социаль фондының клиенттар хеҙмәтендә, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында йәки Күп функциялы үҙәктәрҙә.

Фото: яһалма интеллект.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас