Ишеттегеҙме әле?
14 Апреля , 06:17

СТӘРЛЕТАМАҠТА "БИБЛИОТӨН-2026"

18 апрелдә Стәрлетамаҡта «Библиотөн-2026» Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк.

СТӘРЛЕТАМАҠТА "БИБЛИОТӨН-2026"СТӘРЛЕТАМАҠТА "БИБЛИОТӨН-2026"
СТӘРЛЕТАМАҠТА "БИБЛИОТӨН-2026"

Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһындағы ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.

Акция сиктәрендә Стәрлетамаҡтың ике китапхана филиалдарында «Халыҡтар берҙәмлеге — Рәсәй көсө!» фестивалдәре үтәсәк.

17:00 сәғәттән Үҙәк балалар китапханаһында (Октябрь проспекты, 43):
«Беҙ төрлө, ләкин беҙ бергә» ғаилә конкурсы, «Быуаттар панорамаһында» квесты, «Аҡҡош-ҡаҙҙар» балалар спектакле, оҫталыҡ дәрестәре, «Китапты тап» уйыны, «Онотолған боронғо заман» фотозонаһы һәм «Йорт кәрәк-ярағы» күргәҙмәһе.

18:00 сәғәттән 3-сө китапхана филиалында (Ленин проспекты, 30):
«Йолаларҙың тере ебе» оҫталыҡ әйберҙәре күргәҙмәһе,«Тыуған ҡаланың моңо» әҙәби-музыкаль программаһы, оҫталыҡ дәрестәре, «Көйҙө тап» уйын программаһы һәм Виртуаль концерт залы.

Инеү ирекле!

СТӘРЛЕТАМАҠТА "БИБЛИОТӨН-2026"
СТӘРЛЕТАМАҠТА "БИБЛИОТӨН-2026"
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас