Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно

Стәрлетамаҡта сығарылыш балы 26 июндә үтәсәк һәм өс өлөшкә бүленәсәк

Беренсе өлөшө көндөҙгө 14:00 сәғәттә ҡала мәҙәниәт һарайында башланасаҡ, унда уҡыуҙа юғары уңыштар күрһәткән сығарылыш класс уҡыусыларына миҙалдар тапшырыу тантаналары үтәсәк.

Стәрлетамаҡта сығарылыш балы 26 июндә үтәсәк һәм өс өлөшкә бүленәсәкСтәрлетамаҡта сығарылыш балы 26 июндә үтәсәк һәм өс өлөшкә бүленәсәк
Стәрлетамаҡта сығарылыш балы 26 июндә үтәсәк һәм өс өлөшкә бүленәсәк

 Икенсе өлөшө киске 18:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем планлаштырылған һәм ул мәктәптәрҙә үтәсәк. Бында сығарылыш класс уҡыусыларына аттестаттарҙы тантаналы тапшырыу, шулай уҡ киске аш ойоштороласаҡ.
 
Байрамдың өсөнсө өлөшө "Громада" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә киске 22:00 сәғәттән алып иртәнсәккә тиклем дауам итәсәк. Уҡыусыларҙы ҙур күңел асыу программаһы көтә, саҡырылған йырсы үҙенең сығышы менән кисәне йомғаҡлап ҡуясаҡ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас