

Улар араһында — водитель таныҡлығы булмайынса автомобилдә йөрөү, иҫерек килеш транспорт менән идара итеү, балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоу һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар бар.
Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, күрһәтелгән осорҙа иҫерек килеш транспорт менән идара иткән һәм медицина тикшереүенән баш тартҡан 333 водитель тотолған. Тағы ла биш иҫерек водитель үткән ял көндәрендә генә ҡулға алынған.
Шулай уҡ алты ай эсендә хоҡуҡ һаҡсылары водитель таныҡлығы булмайынса машина йөрөткән 280 кешене, водитель хоҡуғынан мәхрүм ителгән килеш транспорт менән идара иткән 80 кешене теркәгән.
545 осраҡта теркәлмәгән транспорт менән идара итеү факттары асыҡланған. Балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен 176 водитель боҙған, ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙың – 107, ә светофорҙың тыйылған сигналына үтеүҙең 181 осрағы теркәлгән.