

Журналистар Ҡазан уҡсыһының ҡатынынан комментарий һәм уларҙың мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт алырға тырыша. Әммә ҡыҙ һөйләшеүгә аҡсалата бүләк өсөн генә ризалаша. Интервью хаҡы 400 мең һумға баһалана. Элек ул уларҙың никахы тик мөхәббәткә генә ҡоролған һәм финанс файҙа менән бәйле булмаған тип белдергән ине. Бандитты ла яратыр икән кеше! «Мөхәббәткә маңҡа ҡамасауламай» тигәндәре ошолор инде…