Ашҡаҙар
+9 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
7 Августа , 05:21

ТЕЛЕФОН ОТАМ ТИП...

Аҡсаһыҙ ҡалған.

ТЕЛЕФОН ОТАМ ТИП...ТЕЛЕФОН ОТАМ ТИП...
ТЕЛЕФОН ОТАМ ТИП...

Стәрлетамаҡта тағы ла бер  кеше мутлашыусылар ҡорбаны булған һәм шикле телефон уйынында ҡатнашып, аҡсаһын юғалтҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда ошондай уҡ хәлгә мәктәптең 11-се синыф уҡыусыһы эләккәйне, ул 15 мең һум аҡсаһынан мәхрүм булды.

Был юлы 25 йәшлек ҡала кешеһе мутлашыусыларҙан зыян күргән. Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығы хәбәр итеүенсә, йәш егет мессенджерҙарҙың береһендә кеҫә телефондары уйнатылыуы тураһында мәғлүмәт күреп ҡалған. Ул ҡатнашыусылар өсөн билдәләнгән шарттарҙы үтәгән. Бер аҙҙан уға билдәһеҙ кешеләр сығып, отошто алыу өсөн билдәле бер ғәмәлдәр башҡарырға һәм аҡса күсерергә кәрәклеген әйткәндәр.

Йәш егет дөйөм алғанда 25 мең һум аҡса күсергән. Шунан һуң тегеләр юғалған, ә зыян күреүсе отошон ала алмаған. Аҙаҡ ул полицияға мөрәжәғәт иткән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.




Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас