Ашҡаҙар
+24 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
12 Августа , 06:18

Стәрлетамаҡта дүрт урам ваҡытлыса һыуһыҙ ҡаласаҡ

 14 август ҡаланың дүрт урамы ваҡытлыса һыуһыҙ ҡаласаҡ.

Стәрлетамаҡта дүрт урам ваҡытлыса һыуһыҙ ҡаласаҡСтәрлетамаҡта дүрт урам ваҡытлыса һыуһыҙ ҡаласаҡ
Стәрлетамаҡта дүрт урам ваҡытлыса һыуһыҙ ҡаласаҡ

Стәрлетамаҡ һыу каналы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндө иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем һалҡын һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрендә ремонт эштәре алып барыласаҡ (Володарский һәм Некрасов урамдары киҫелешендә һыу үткәргесте тоташтырасаҡтар).

Ошо сәбәпле, күрһәтелгән ваҡытта Володарский, Некрасов, К. Цеткин урамдарында һәм 1-се Некрасов тыҡрығында (шәхси сектор) һыу биреү туҡтатыласаҡ.

Коммуналь хеҙмәтте ҡулланыусыларҙан һыуҙы алдан әҙерләп ҡуйыуҙарын һорайҙар. Һыуҙы ҡабаттан ебәргәндән һуң, уның бер аҙ болғансыҡ булыуы ихтимал.




Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас