

Алкоголде ҡулланыу 200-ҙән ашыу ауырыуҙың, шул иҫәптән бауыр, йөрәк, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарының, шулай уҡ психик боҙолоуҙарҙың барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.
Спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыуҙан баш тартыу тормош сифатын һәм оҙайлығын һиҙелерлек яҡшыртырға һәләтле. Уңай һөҙөмтәләр араһында:
ғүмер оҙайлығын 5–10 йылға арттырыу;
үҙ-үҙеңде тойоуҙы һәм тышҡы ҡиәфәтте яҡшыртыу, йоҡоно нормалләштереү;
аҡсаны экономиялау һәм карьера мөмкинлектәрен киңәйтеү — шул иҫәптән юғарыраҡ эш хаҡы түләнгән һәм абруйлыраҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге;
яҡындар һәм тирә-яҡтағы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу;
өлкән йәштә баш мейеһе эшмәкәрлегендә етди боҙолоуҙар булыу ихтималлығын кәметеү һәм ҡартлыҡҡа тиклем һаулыҡты һаҡлау;
бер нисә хәүефле рискты һиҙелерлек кәметеү: үҙ-үҙенә ҡул һалыу ихтималлығы — 6 тапҡырға, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу хәүефе — 3 тапҡырға, ә йөрәк ауырыуҙары, онкология йәки бауыр сирҙәре арҡаһында үлем осраҡтары — 12 тапҡырға кәмей. Бынан тыш, янғын йәки һыуҙа батыу арҡаһында һәләк булыу хәүефе, шулай уҡ депрессия үҫешеү хәүефе кәмей.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы