

Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, дежур бүлеккә 35 йәшлек ҡала кешеһенең күкрәгенә бысаҡ менән яраланып, дауаханаға эләгеүе тураһында мәғлүмәт килгән. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүсе менән ағаһы фатирҙа спиртлы эсемлектәр эскән, һуңынан улар араһында низағ сыҡҡан. Артабан ирҙәрҙең береһе икенсеһенә бысаҡ менән күкрәк тирәһенә сәнскән. Зыян күреүсене дауаханаға алып барғандар, унда уға медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт урынынан аш-һыу бысағын, кейем-һалымды, шулай уҡ тикшереү өсөн әһәмиәтле булырлыҡ башҡа әйберҙәрҙе алған.
«Ошо факт буйынса тәфтиш органдары тарафынан Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 111-се статьяһы 2-се өлөшөнөң «з» пункты (ҡорал сифатында ҡулланылған предметты файҙаланып, сәләмәтлеккә аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта кәрәкле тәфтиш ғәмәлдәре үткәрелә, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана», — тип белдерҙеләр Эске эштәр идаралығында.