

Ғөмүмән, хәҙер уҡыу йорттарына рөхсәтһеҙ инеү мотлаҡ рәүештә етди янау булараҡ ҡабул ителә. Был ир ишеккә шаҡып та тормайынса, ҡабаланып ҡапҡаны емереп үк эскә үтеп ингән.
Күҙәтеү камераларынан яҙмалар төп дәлил булып тора. Ирҙе ҡулға алғандар, ул йәшенеп өлгәрмәгән, шул уҡ ваҡытта үҙе ҡаршылыҡ та күрһәтмәгән, әммә һаҡлана торған объект эсендә булыу факты үҙе үк закон боҙоу булып тора.
Башҡортостан Республикаһының Вәдомствоға ҡарамаған һаҡсылыҡ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, тотолған кеше 43 йәшлек икенсе милләт кешеһе булып сыҡҡан. Уның кемлеген тиҙ асыҡлағандар, әммә мәктәпкә ни өсөн үтеп инеүе әлегә сер булып ҡала.
Ир-атҡа ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексенең 20.17-се статьяһы — «Һаҡланыусы объектҡаүтеп инеү» буйынса административ протокол төҙөлгән. Был енәйәт түгел, әммә язаһы шаҡтай етди: штраф йәки административ ҡулға алыу. Хәҙер хоҡуҡ боҙоусы полиция бүлегендә — материалдар судта ҡаралғансы ул тотолған кешеләр өсөн махсус бүлмәгә урынлаштырылған.