Был осрашыу әлеге өсәүҙең һәммәһенең дә күптән көтөп алынған, уға һыуһаған ваҡиғаһы ине. Бит унда һәр кемдең үҙ әйтер һүҙе табылды, еткерер хистәре ташты, фекере төйнәлде һәм бына ул йылы әңгәмә йомғағы тәгәрәне. Өсәү тигәндән, ысынында улар икәү ине, өсөнсөһө берәүҙең башта тик күңелендә яралды, аҙаҡ икәү- ара кәүҙәләнде, йәшәй башланы. Был осрашыуҙа ла күберәк уның хаҡында уйланылды, һөйләнелде. Өсәүҙең береһе – автор-яҙыусы, икенсеһе – уҡыусы (китап уҡыусыһы), өсөнсөһө иһә – әҫәр геройы (персонаж).
Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһында китап йорттарына хас тынлыҡ урынлашмаған – бер урында ҡурайсы менән баянсы репетиция яһай, икенсе урындараҡ йәш-елкенсәк көлөшөп хәбәр һөйләшә, өсөнсө ерҙә Өфө ҡунаҡтары сығышы өҫтөндә эшләй. Хәйер, китапхана ошондайыраҡ күренешкә йыш ҡына тарый – унда ижади шәхестәр, ғалимдар менән әленән-әле осрашыуҙар булып тора. Китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина ижад донъяһына ғашиҡтарға был йәһәттән бер ҙә тынғы бирмәй, афарин!