Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
21 Декабрь 2016, 14:06

Рәфистең йондоҙло сәғәте һуҡты

Кино йылы профессионалдарға ғына түгел, һәүәҫкәр режиссерҙарға ла этәргес көс бирҙе.

Кино йылы профессионалдарға ғына түгел, һәүәҫкәр режиссерҙарға ла этәргес көс бирҙе. Уларҙың сафтары ла артты, ә был өлкәлә бер аҙ тәжрибә туплап өлгөргән йәштәр төрлө конкурстарҙа еңеүҙәре менән шатландырҙы. Был тәңгәлдә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһының икенсе курс студенты Рәфис ҠУЙБАҒАРОВҡа етеүсе юҡтыр шулай ҙа.
Башҡорт телендә ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөүсе егет мәктәп йылдарында уҡ тыуған яғы Ейәнсура районында «Аҡбуҙат» кинофестивален ойоштора, артабан сара, Республика телефестивале кимәленә күтәрелеп, «Толпар» тип атала башлай. Бөгөн иһә Рәфистең «Йөрәгемдә ауылым», «Ғәйепһеҙҙәр», «Ай һәм Ҡояш», «Ҡәҙер» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ҡарарға була.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтарғандай, Рәфистең дә фильмдар төшөрөү һәләте күҙгә күренеп үҫә. Айырыуса, быйыл йәй айҙарында төшөрөлгән «Ҡәҙер» фильмын юғары баһалайҙар. Бер көн эсендә төшөрөлгән был фильм әленән-әле үтеп торған кинофестивалдәрҙә еңеүҙәр менән ҡайта: Удмуртияның Ижау ҡалаһында 112 фильм араһында Гран-при яулай, Төмәндә XXI быуат студенттары фестивалендә 300-ҙән ашыу фильм араһында тамашасы һөйөүе номинацияһы менән бүләкләнә. Бер нисә көн элек кенә ошо уҡ фильм Тольятти ҡалаһында «Ҡара-аҡ йәйғор» Бөтә Рәсәй фестивалендә дипломант була һәм Өфөлә ойошторолған һәүәҫкәр режиссерҙар араһындағы асыҡ кинофестивалдә “Ер һәм кешеләр” номинацияһында I дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
Рәфис үҙенең фильмдарында ауыл тормошон сағылдыра, актерҙар ҙа ябай ауыл балалары, үҫмерҙәр, инәй һәм бабайҙар. Мәзитенә ҡайтып, урамға видеокамераһы менән сыҡһа, «әһә, беҙҙе хәҙер киноға төшөрәләр», тип, әлегә тиклем билдәһеҙ һәм сценарийҙа булмаған актерҙар урамға килеп тула икән. Һәүәҫкәр кино төшөрөүсегә шул етә лә инде, үҙенең яратҡан ауылын, кешеләрен төшөрөп тә ала. Ысынлап та, ауыл тормошон аңлаған кешегә бик күп темалар асыҡ, был яҡтан да йәш кино төшөрөүсе артабан ижад итергә, темаларҙы төрлөләндерергә хыяллана. Был яҡтан уға башҡорт филология факультетында белем алыу ярҙам итә, унда төрлө әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, ижади тулҡында ҡайнаған кешеләр менән аралашыу, түңәрәктәр илһам ҡанаттары ҡуя. Рәфистең хыялдары ла, уйҙары ла бик күп, һәүәҫкәр фильмдар ижадының башланғысы ғына кеүек, артабан ул тағы ла юғары уҡыу йортона инеп, профессионал режиссер йәки продюсер булырға теләй. Тимәк, Рәфис беҙҙе тағы ла кинофильмдары менән һөйөндөрәсәк әле, уңыштар теләйек уға.
Читайте нас: