Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
3 Апрель 2018, 16:23

Ваҡыт ҡәҙерен беләйек

Ғүмер – кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан билдәле бер ваҡытҡа ғына бирелгән иң ҡиммәтле капитал. Ҡөрьәндең күп аяттарының мәғәнәһе кешеләргә, үҙ ваҡытын аҡыл менән файҙаланыуынан, файҙалы эштәр менән шөғөлләнеүенән сығып, «килем ала» йә «зыян күрә» икәне тураһында иҫкәртеү ул.

Мосолман үҙ ваҡытын Ислам ҡушҡан тәртипкә һала. Көн эсендә ул биш тапҡыр намаҙ уҡый. Көндәре лә, төндәре лә доғалар уҡыуға арнала. Бәйғәмбәребеҙ тормошо үҙе үк мосолманға эшен һәм ял ваҡытын ойоштороу өлгөһө ул. Ул аҙналыҡ эше тураһында көнләп һәм сәғәтләп план төҙөгән, айырым көндәргә айырым эштәр тәғәйенләп ҡуйылған. Ә килеп тыуған проблемаларҙы мөмкинлеккә ҡарап башҡарған. Һәр бер эште үтәү өсөн уның айырым ваҡыты һәм срогы булған.
Ваҡытты дөрөҫ һәм файҙалы итеп бүлеү – ул үҙе бер сәнғәт, тормошта уңыш яулауҙың бер шарты. Ошо талантҡа эйә булыу Исламда хуплана. Бәйғәмбәребеҙ: «Кеше ике нәмәне ваҡытында баһалай белмәй – ул һаулыҡ һәм буш ваҡыт», – тигән.
Көндәлек тормошта ваҡыт шулай бүленергә тейеш: бер өлөшө – Хоҙайға хеҙмәт итер өсөн, икенсеһе – лайыҡлы тормош нигеҙҙәрен тәьмин итер, хәләл ризыҡ менән туҡланыр өсөн, ә өсөнсө өлөшө уйланыр, фекер йөрөтөр өсөн.
Ауыр хеҙмәт көнөнән һуң кеше ял итергә, физик һәм рухи көсөн тергеҙергә теләй. Ял итеү – ул хәл алыу, юлды артабан дауам итеү, тормошоңдо яңынан күҙҙән үткәреү, анализлау өсөн ниндәйҙер бер туҡталыш һымаҡ. Ял ваҡыты эш ваҡыты һымаҡ ул мөһим, шуға ла сифатлы ял өсөн бөтөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, күптәр ял итеүҙе күңел асыуға тиңләй, ләкин улар икеһе ике нәмә. Буш ваҡыт шөғөлһөҙ ултырып, йөкләмәләреңдән, намыҫтан, ояттан азат булыу, тигәнде аңлатмай.
Иң яҡшы ял – ул шөғөлдәрҙе алыштырып тороу. Ауыр шөғөл еңеле менән алыштырыла. Ял мәлендә сәләмәт йоҡо ла кәңәш ителә. Изге Ҡөрьәндә, кеше өсөн иң файҙалы ял – ул йоҡо, тиелә. Ислам шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеүҙе лә хуплай.
Аҡыл эйәләре: «Үткән ваҡыт – юғалған ваҡыт, киләсәк – билдәһеҙ, шулай булғас, беҙгә хәҙерге заман ҡала, һәм уны лайыҡлы йәшәп үткәрергә кәрәк», – ти.
Читайте нас: