Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
5 Июнь 2018, 15:32

Нәфсеңде тыя белергә кәрәк

Рамаҙан айын беҙ йыл буйы һағынып көтөп алабыҙ. Ошо изге айҙың хозурына ҡойоноп, ураҙалар тотоп, тәнебеҙҙе лә, йәнебеҙҙе лә дауалап кинәнес алабыҙ, рухыбыҙҙы нығытабыҙ. Әлхәмдүлилләһ, хәҙер халыҡ ифтарға ла, тәрәүих намаҙына ла дәррәү йөрөй.

Стәрлетамаҡта Рамаҙан айын йыл да матур байрам итеп үткәрергә күптән күнегеп тә бөткәнбеҙ. Йола буйынса, дин юлында йөрөүселәр Иҫке мәсет ҡаршыһындағы мәҙ-рәсәлә ифтар ашағандан һуң Яңы мәсеткә тәрәүих намаҙын уҡырға бара.
Бына бер нисә йыл инде мин үҙем дә ошо мәслихәт ғәмәлдән ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Мөмкин тиклем белмәгәндәремде өйрәнеүҙе, камиллаша барыуҙы бурыс итеп ҡуйҙым. Кем нисек уйлайҙыр, күңелдә килеп тыуған фекерҙәремде яҙмай булдыра алманым.
Бөгөн һүҙем - ифтар тураһында. Көн һайын ифтарға өс йөҙләп кеше йөрөй. Көн дә өс урында: мәҙрәсәлә - бер бүлмәлә йәштәр, икенсеһендә оло йәштәге инәйҙәр, апайҙар өсөн, тыштағы аласыҡта ирҙәр өсөн табын әҙерләйҙәр.
Хан һыйына тиң был табында ниндәй генә ризыҡтар юҡ! Кеше килеүгә батмустарға хөрмәнән башлап төрлө-төрлө еләк-емештәр, салаттар өйөп һалынған була. Хатта тортына тиклем бешереп ҡуялар. Ә инде аҡшам намаҙын уҡығандан һуң бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттарҙа ҡайнар аш тараталар. Уны ла көн дә төрләндереп торалар: бер көн былау булһа, икенсе көндө лагман йәки итле бутҡа һәм башҡалар. Мең-мең рәхмәттәр яуһын байрамды ошо тиклем юғары кимәлдә ойошторған кешеләргә, бағыусыларға, аш-һыу әҙерләүселәргә! Ошо мөҡәддәс эштең башында торған имам хатиб Ришат хәҙрәткә айырыуса оло рәхмәт. Нисектер яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалдым, ифтар ашы әҙерләү өсөн көн һайын егерме кило ит, илле кило дөгө, ете литр май, йөҙ ҙә утыҙ ләүәш китә икән... Күреүебеҙсә, көн һайын ошо тиклем халыҡты бушлай ашатыу ҙур сығымдар талап итә.
Ашап туйғандан һуң күптәр өҫтәмә һорап сиратҡа теҙелә. Кеше торғас, мин дә алайым әле тип, үҙемә бутҡа һалдырып ала башланым. Бушҡа килгән ризыҡты өйгә ташыу оҡшап ҡалды. Иртәгәһенә тағы барып алдым. Был юлы инде күберәк һалдырып алдым. Бәй, бушҡа бирәләр бит! Шулай үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡомһоҙлана башлағанымды һиҙеп ҡалдым. Бер мәлде ҡылт итеп “нәфсе” һүҙе иҫемә килеп төштө. Эске бер тауыш: “Нәфсеңде тый, ҡомһоҙланып гөнаһҡа батма!” тигән һымаҡ булды. “Бер ҡалдырмай тотҡан ураҙаларымды юҡҡа сығарам түгелме һуң?” тигән уй килде башыма.
Ашап бөтөлмәгән ризығыңды, һынығыңды алып китеүҙең ғәйебе юҡ. Киреһенсә, исраф булмай, мөбах иҫәпләнә. Кемдеңдер танышы йәки күршеһе ауыр хәлдә ята. Һүҙ ҙә юҡ, мохтаждарға ифтар ашы алып ҡайтып ашатыу – оло һауап. Тик ҡайһы берәүҙәр, ғаиләһен һыйлауы ғына етмәгән, этенә, бесәйенә, хатта тауыҡтарына ташый икән. Буш шешәләр, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба йыйып йөрөргә лә тартынмайҙар. Ситтән ҡарап торһаң, уңайһыҙ булып китә. Бының менән байымайбыҙ ҙа инде.
Ә бит ошоларҙы балалар күрә. Ололарға ҡарап, шулай тейеш икән тип, улар ҙа ҡалған ризыҡты кемуҙарҙан һыпырып алырға тырыша. Быны мин үҙем күргәнгә күрә әйтәм. Аллаһы Тәғәләгә яҡынаям тип йөрөгәс, ошондай түбәнселеккә төшмәһәк ине, тип әйтергә теләүем. Шөкөр, ризыҡтарыбыҙ киң. Аслыҡ заманы түгел дә баһа. Беҙ Аллаһ йортона тәҡүәлеккә, мәҙәнилеккә ынтылырға, рухыбыҙҙы таҙарындырырға, иманыбыҙҙы нығытырға тип йөрөйбөҙ түгелме ни?
Әлбиттә, төрлө кеше бар. Ҡайһы берәүҙәр ифтар ашай ҙа ҡайтып китеү яғын ҡарай, икенсе берәүҙәр ифтарға бөтөнләй йөрөмәй, тәрәүих намаҙына ғына йөрөй. Ә кемдәрҙер мөкиббән китеп, көн дә ифтарҙан да, тәрәүихтан да ҡалмаҫҡа тырыша. Күптәребеҙ хәйер-саҙаҡалар таратып һауап алып ҡалырға ашыға. Кемдәрҙер тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп алып килә, икенселәре көн дә термосҡа сәй яһап, йыраҡтан алып ҡайтҡан күстәнәстәр менән башҡаларҙы һыйлай. Хатта Хаждан алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуын өләшеүселәр ҙә бар. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтендә булһындар!
Исламдың биш нигеҙенең береһе – ураҙа тотоу. Был айҙа беҙ тыйылғандарҙан тыйылып, яман ғәҙәттәрҙән арынып, гонаһтарҙан ҡотолорға тырышабыҙ. Әгәр беҙ Аллаһ йортона ихлас күңелдән гонаһтарыбыҙ кисерелһен тип йөрөйбөҙ икән, тотанаҡлыраҡ, әҙәплерәк булырға тырышайыҡсы, йәмәғәт! Бына ошолар уйға һала мине.
Читайте нас: