Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
16 Август 2018, 16:47

Фильм төшөрөлә

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә. Проект өҫтөндә М.Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Оҫтахана» кинокомпанияһы (Мәскәү) эшләй. «Мостай Кәрим. Тормошо һәм яҙмышы» фильмы – яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында.

«Беҙ хәҙерге китап уҡыусыларҙа әҙиптең мираҫына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға теләр инек. Уның менән таныш булған кешеләрҙән, дуҫтарының балаларынан интервью алабыҙ. Келәштә һәм Өфөлә төшөрҙөк тә инде», — тип хәбәр итте кинокомпанияның башҡарма продюсеры Кристина Геранина.
20-24 августа ижади төркөм йәнә Өфөгә килә. Кинокомпания хеҙмәткәрҙәре Ә. Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәт-кәренән интервью алырға ниәтләй.
52 минутлыҡ фильмды 2019 йылда сығарыу күҙаллана.
Читайте нас: