Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
28 Август 2018, 13:12

Мостай һүҙе кино телендә

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ике масштаблы кинопроект әҙерләнә. Булат Йосопов «Беренсе Республика» тип аталған тарихи фильм төшөрһә, Айнур Асҡаров Мостай Кәримдең «Өс таған» повесын экранлаштыра. Тәүге әҫәр республиканың юбилейына арналһа, икенсеһе шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.

«Беренсе Республика»ны төшөрөү тамам-ланған, «Өс таған» фильмын төшөрөү эштәре башланып ҡына тора. Башта Мәғәфүр Тимербулатов менән Дамир Йосопов сценарий яҙа. Улар алдында ябай булмаған мәсьәлә – Мостай Кәрим ижад иткән геройҙарҙың рухын һәм характерҙарын сағылдырған классик әҙәби әҫәрҙе кино теленә әйләндереү бурысы ҡуйыла. Өҫтәүенә, ХХ быуат уртаһында яҙылған әҫәрҙе хәҙерге заман тамашасыһына аңлайышлы һәм яҡын итеп еткерә алырға ла кәрәк. Нисек кенә булмаһын, эш килеп сыға һәм камералар тоҡана. Шулай ҙа башта 20-нән ашыу режиссерҙарҙың кандидатураһы ҡаралған. Балалаларҙы кастингка бөтә республика буйлап саҡыралар.
Фильмда ваҡиғалар повестағы һымаҡ 1950 йылдарҙа бара. Мөхит тә шул ваҡыт арауығына тап килтереп булдырылған.
Читайте нас: