Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
31 Май 2019, 13:21

Иманлы яҡташтар Рамаҙан айын ҙурланы

Аллаһыға шөкөр, тирә-яғыбыҙҙа матур, кешелекле, кеселекле, иманлы кешеләр йәшәй.

Стәрлетамаҡ районы Отрадовка ауылында «Мәрйәм» мәсете төҙөлә. Ошо мәсетте төҙөүгә лә изге күңелле кешеләр ҙур өлөш индерә. Башҡараһы эштәр күп әле, шуға ҡарамаҫтан, был изге урынға килеүселәр күп, төрлө саралар үткәрелеп тора. Илмир Ғүмәров етәкселегендә эштәр башҡарыла, Рамаҙан айына бағышлап, ураҙа айын ҙурлап «Мәрйәм» мәсетендә байрам-ифтар ашы ойошторҙолар. Илмир йүгереп-йүгереп һый-хөрмәттәре тураһында ҡайғырта, ошо ваҡытта: “Изге Рамаҙан айында мосолмандар ярҙам итһәләр, мәсет тиҙерәк һалыныр ине, изге айҙа ярҙам итеүселәрҙең үҙҙәренә күп сауаптар яуыр Аллаһы Тәғәләнән”, – тип ҙур эште лә ҡайғырта. Был мәсеттә ифтар ашы күңелдәргә хуш килде, инде матур итеп төҙөлөп бөткән мәсеттә лә ҡаршы алырға яҙһын киләһе Рамаҙан айҙарын. Ысынлап та, күп ярҙамдар кәрәк мәсет һалыу өлкәһендә.
Рамаҙан айы, Иншалла, башҡа мәсеттәрҙә лә матур үтә. Илмир Хәсәнов, мәҫәлән, ғаиләһе менән матур итеп ифтар ашы үткәрҙе, ҙур һауаптар насип булһын уларға. Ҡаланың Ҡаранай Моратов урамында ла мәсет төҙөлә, эштәрҙе Салауат Яппаров етәкләй. Улар Рамаҙан айын, ураҙа айын бөйөкләп, байрамдарҙы “Мөхәмәдсәлим” мәсетендә үткәрәләр.
Стәрлетамаҡ районының Талас ауылында ла бик матур ҡаршылайҙар бөйөк айҙы, ифтар аштарын ауылдарҙа ла бик матур үткәрәләр. Талас ауылындағы мәсет йәмле урында урынлашҡан, изге Рамаҙан айын ҡотлап, ураҙа тотҡан, мәсеткә йөрөгән кешеләрҙе Ғәбдрәшит имам үҙ өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра. Бында һый-хөрмәт мул, һәр йыл һайын ифтар ашы үткәрәләр. Ауыл халҡы бик ҡунаҡсыл.
Ҡырмыҫҡалы – тырыш ауыл. Бында ла мәсет һалына, бәлки, арабыҙҙа был мәсетте төҙөүҙә ярҙам итеүселәр ҙә табылыр. Ҡырмыҫҡалы ауылы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ошо ауылда тыуып үҫкән Асия Сафуғанова хаҡында ла әйтеп үткем килә. Ул аш-һыу оҫтаһы, Ҡорбан байрамында мәсеткә бик тәмле былау бешереп алып килгәйне. Ҡөръән аштары үткәреп тора. Быйылғы ураҙа айында ифтар ашына ла туғандары менән бергә бик күп кешеләрҙе саҡырып, һый-хөрмәттәр күрһәтеп һыйланы. Әлеге изге күңелле кешеләр рәтенә Миһрановтарҙы, Әһлиуллиндарҙы, Иш-моратовтарҙы, Хәйретдиновтарҙы, Хисмәтул-линаларҙы, Зөбәйеровтарҙы ла индерер инем. Бына шулай үтә изге Рамаҙан айы, шулай иманлы кешелек ғүмере. Ундай кешеләр күберәк булғанда, һынауҙар ҙа һиҙелмәй үтер, байрамдар ҙа гөрләп торор, мәсеттәр ҙә ҡалҡыр, Иншаллаһ!
Мәрйәм ТӨХВӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: