– Мөхтәрәм Ришад хәҙрәт, ураҙа башланған тәүге көндәрҙә тәрәүих намаҙына йөрөүселәр шул тиклем күп ине, хатта ҡайһы берәүҙәргә урын етмәй ҡалды...
– Быйыл тәрәүих намаҙына 400-ләп кеше йөрөй. Ғәҙәттә, тәүҙә генә йөрөй башлайҙар ҙа, ай аҙағына тәрәүихҡа йөрөүселәр һаны кәмей. Ә быйыл, киреһенсә, күбәйә. Башта ҡатын-ҡыҙҙарға урын юҡ ине, быйылғы тәрәүихҡа ҡырҡлап ҡатын-ҡыҙ даими йөрөй. Ҡатын-ҡыҙға мәсеткә йөрөү тыйылмай. Бала-сағалар ҙа йөрөй.
– Бынан алдағы йылдарҙа Рама-ҙан айының башынан аҙағынаса тәрәүихҡа йөрөүселәр өсөн ифтар ойошторола ине. Көн һайын өс йөҙләп кеше мәҙрәсәгә килеп ауыҙ асты, хатта урын етмәгәнлектән, тышта аласыҡ ҡороп ҡуйыла ине. Көн дә ошо тиклем халыҡты ашатыуы мәслихәт эш, ә шулай ҙа, мәшәҡәте лә күптер, матди яғын да уйлаһаң, һәр хәлдә еңел түгелдер?..
– Ашатыу-эсереү кеүек мәсьә-ләләрҙе лә үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Ризыҡ буйынса проблема юҡ. Кемдәр ураҙа тота алмай, шулар үҙ иҫәбенә ауыҙ астыра. Быйыл ифтар юҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең мәҙрәсәлә йөҙгә яҡын шәкерт белем ала. Дөйөм ифтарҙы шәкерттәргә яһайбыҙ.
– Аллаһ йортоноң йәштәр менән тулыланыуы бигерәк тә һөйөнөслө хәл. Тәрәүих намаҙын бик белемле имамдар уҡығаны күренеп тора. Ҡөрьән аяттарын уҡығандан һуң йөҙҙәрсә ирҙең гөрһөлдәп торған тауыш менән “Амин!” тип ил-көндәргә именлек теләүе үҙе ниндәй матур күренеш!..
– Тормошто үҙгәртеү үҙебеҙҙән тора. Кеше үҙе үҙгәрмәй тороп, тормошо үҙгәрмәй. Тормошта үҙгәрештәр булып торған һымаҡ, беҙҙә лә үҙгәрештәр күп. Тәүге йылдарҙа имамдар, хәҙрәттәр юҡ ине. Динде көсәйтер өсөн лайыҡлы, төплө белемле, ғилемле кадрҙар булырға тейеш. Шуға күрә ошо маҡсатта иң тәүҙә кадрҙар системаһын нығыттыҡ. Хәҙер, әлхәмдүлилләһ, мәҙрәсәбеҙҙә дини ғилемле уҡытыусылар эшләй. Улар араһында Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаусылар ҙа бар. Улар артабан Рәсәйҙә, Бохарала, сит илдәрҙә – Сәғүд Ғәрәбстанында, Мысырҙа һигеҙәр-унар йыл уҡып ҡайттылар. Белемен камиллаштырыуына ҡарап, һәр ҡайһыһының үҙ ғилми дәрәжәһе бар. Һуңғы йылдарҙа беҙгә уҡырға килеүселәр һаны ла күбәйә. Башлыса Башҡортостандан киләләр, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Мордовиянан бар.
– Барыһына ла мәғлүм, 90-сы йылдарҙан бирле һеҙ Стәрлетамаҡта халыҡты иманға саҡырыу эшендә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итәһегеҙ. Ошо йылдар эсендә күпме кеше дин юлына баҫты, иманға килде. Ә күпме Аллаһ йорттары ҡалҡып сыҡты! Һеҙ эш башлағанда ҡалала иҫке мәсеттән башҡа бер генә ғибәҙәтхана ла юҡ ине. Был тиклем яуаплы, ҙур эштәрҙе башлап ебәреүе еңел булмағандыр...
– Юҡтан бар итеүе, әлбиттә, еңел эш түгел. Стәрлетамаҡ элек-электән дин яғынан бик көслө булған. Әммә торғонлоҡ йылдарында берҙән-бер мәсет тә бушап ҡалғайны. Мин килгәндә унлап бабайҙан башҡа мәсеткә йөрөүсе юҡ ине, ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй йөрөмәй торғайны. Ошо составта эште башлап ебәрергә тура килде. Мәсет һалыу идеяһы 90-сы йылдар башында килһә лә, уны төҙөү эшенә ун дүрт йыл эшләгәндән һуң ғына тотондом. Башта мәҙрәсә төҙөлдө. Был урта дини уҡыу йорто 1995 йылдан бирле эшләп килә. Бер йыл эсендә төҙөп бөтөп, шәкерттәр ҡабул иттек. Әлеге ваҡытта мәҙрә-сәлә йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Ғаиләләре менән, йәки бында килгәс өйләнешкәндәр, буйҙаҡтар – төрлөһө бар.
Мәсет һалыуға кил-гәндә, төҙөлөш эше өс йыл барҙы – тәүге нигеҙ ташы 2004 йылдың апрель айында һалынды, ә 2007 йылда мәсетте астыҡ. Аллаһ йортон төҙөүҙә ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Спартак Әхмәтов, “Таттрансгаз” йәмғиәте генераль директоры Рәфҡәт Кантюков, “Каустик” акционарҙар йәмғиәте генераль директоры Фәрхәд Самедов матди яҡтан ныҡ ярҙам итте. Мәсеттең проектын үҙебеҙҙең урындағы архитекторҙар менән бергәләп уйланыҡ. Башта проект буйынса мәсет ике генә манаралы булырға тейеш ине. Кантюков килеп күрҙе лә, булғас-булғас, дүрт манаралы булһын тип, өҫтәп тағы ярҙам итте.
– Стәрлетамаҡҡа имам булып килгәнгә тиклем ҡайҙа эшләнегеҙ?
– Стәрлетамаҡҡа имам булып килгәнсе башта Сибайҙа төрлө эштәрҙә эшләнем. Умартасы, ветеринар, ябай эшсе – төрлө һөнәр эйәһе булырға тура килде. Армиянан ҡайҡас, өйләндем. Әйткәндәй, ҡатыным Әминә – Стәр-летамаҡ ҡыҙы. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда яҙмышым ҡапыл ғына дин, иман юлына илтте. Сибайҙа ябай эшсе булып эшләп йөрөгән еремдән Бохараға уҡырға юлландым. Унда биш йыл уҡып ҡайтҡандан һуң башта Троицк мәсетенә практикаға ебәрҙеләр. Тыуған яҡ үҙенә тарта бит инде, бер йыл унда имам вазифаһын үтәгәндән һуң Стәрлетамаҡҡа килдем. Бына шулай, әлхәмдүлилләһ, быйыл Стәрлетамаҡта имам вазифаһын үтәүемә 29 йыл булды.
– Белеүемсә, һеҙҙең ғаиләнән өс имам сыҡҡан...
– Һәр кемдең үҙ тәҡдире, тәғәйенләнеше була. Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә тарафынан яҙылған тәғәйенләнешебеҙ шулдыр. Ата-бабаларыбыҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ дини кешеләр булған. Бохараға мәҙрәсәгә уҡырға барам тип, башлап мин уйлап йөрөй инем. Нисектер шулай килеп сыҡты: Рәфҡәт ҡустым минән алдараҡ барып инде. Ике йылдан һуң Әғләметдин ағай менән беҙ икәү уҡырға киттек. Шулай итеп, Әғләметдин ағай Сибайҙа, Рәфҡәт – Ишембайҙа, мин Стәрлетамаҡта халыҡты дингә саҡырыу эшенә тотондоҡ.
– Хажға нисә тапҡыр барҙығыҙ?
– Һәр эшкә лә ниәтең булырға тейеш. Өс мәртәбә хаж ҡылырға насип булды. Тәүге тапҡыр 90-сы йылдың авгусында барҙым.
Пәйғәмбәребеҙ васыят итеп ике нәмә ҡалдырҙы: Ҡөрьән һәм Сөннәт. Сөннәт – ул Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) эшләгән эштәре, әйткән һүҙҙәре. Диндә хаҡлыҡ хөкөм итергә тейеш. Доға, аяттар уҡыу менән бергә, вәғәз, нәсихәт һөйләү ҙә булырға тейеш. Изге китабыбыҙ Ҡөрьән-Кәримдә әйтелгән: “Кем Аллаһыға ышанып изгелек эшләгән, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ”.
– Иншаллаһ, шулай булһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
Ғәйед намаҙы 4 июнь иртәнге сәғәт 9-ҙа дөйөм ҡала халҡы өсөн Яңы мәсеттә уҡыла. Әгәр ямғыр яуа ҡалһа, Иҫке мәсеттә иртәнге сәғәт 10-да, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында уҡыла, сәғәт 11-ҙән Ҡаранай Моратов урамында төҙөлөп ятҡан мәсеттә дауам итәсәк.
Ураҙа ғәйетенең хәйер-саҙаҡа-һы хәллеләр өсөн кеше башынан 300 һум, урта хәллеләр өсөн 150 һум, пенсионерҙар һәм ябай халыҡ өсөн 50 һум итеп билдәләнде.